Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУНАРСЫЛАР ҺӘМ БАЛЫҠСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ

Просмотров: 330

ҺУНАРСЫЛАР ҺӘМ БАЛЫҠСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ, БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы. 1945 й. Башҡ‑н һунарсылар һәм балыҡсылар ирекле йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1958 й. алып “Росохотрыболовсоюз” Башҡ‑н респ. һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте, 1991 й. — БАССР‑ҙың Һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәттәре союзы. 1988 й. БР Урман хужалығы министрлығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына (1992 й. нигеҙләнгән) ҡушыла, ул 7 үҙ аллы ҡала һәм район һунарсылыҡ йәмғиәтен, 105 беренсел коллективты, 43 район һәм ҡала бүлексәһен үҙ эсенә ала, 22440 кеше иҫәпләнә (2009). Союз һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм урмансылыҡ ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу б‑са саралар ойоштороу һәм үткәреүҙә, браконьерлыҡ м‑н көрәшеүҙә; һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарын һәм һунарсылыҡ‑балыҡсылыҡ кәрәк‑яраҡтары эшләү һәм ремонтлау оҫтаханаларын асыуҙа; атыу тирҙарын, стендтарын ҡороуҙа һ.б. ҡатнаша. Рәйестәре: Н.М. Пашин (1961 й. алып), А.П.Ежов (1966 й. алып), К.Н.Гладков (1971 й. алып), А.А.Юруткин (1973 й. алып), Д.Ә. Әхмәҙишин (1984 й. алып), В.В. Чурилкин (1993 й. алып).

А.В.Едрёнкин

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019