ҺУНАРШИН Әүәл Хажи улы
ҺУНАРШИН Әүәл Хажи улы [28.10. 1911, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Билән а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.1.1995, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1966), газ сәнәғәте отличнигы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1970). 1935—41 йй. Өфө нефть ҡыуыу з‑дында өлкән инженер, 1945 й. алып “Башнефтезаводстрой” тресында бүлек нач., 1946 й. — баш инженер урынбаҫары, бер үк ваҡытта бүлек нач.; 1950 й. башлап “Востокнефтепроводстрой” тресында баш инженер, 1951 й. — идарасы, 1976 й. алып баш иҡтисадсы; 1979—87 йй. “Главвостоктрубопроводстрой” идаралығында бүлек нач. (бөтәһе лә — Өфө). Түб. Варта— Куйбышев, Туймазы—Омск, Усть‑Балык—Омск, Усть‑Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт магистраль нефть үткәргес комплекстарын, Бохара—Урал магистраль газ торбаларын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ленин (1964, 1971), Окт. Революцияһы (1974), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964) орд. м‑н бүләкләнгән.
Ғ.Ғ.Фәрхетдинов
Тәрж. А.Н.Күсеев