Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҺУҢҒЫ ҺАРТАЙ”

Просмотров: 292

“ҺУҢҒЫ ҺАРТАЙ”, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, хикәйәт. 1935 й. М.И.Касьянов тарафынан башҡарылған урыҫ телендәге яҙмаһы һаҡланған. Текст сәсмә формала. 14 б. аҙ. — 15 б. башында ижад ителгән, тип фараз ителә. Хикәйәләү Ялыҡ бей исеменән алып барыла. Әҫәрҙең башында һарт башҡорт ырыуының бәхетле һәм тыныс тормошо т‑да һөйләнелә, был һиллекте ҡайһы берҙә Мәнге түрә етәкс. монгол ырыуҙарының һөжүмдәре генә боҙа. Төп өлөштә Ялыҡ бей һәм уның ырыуҙаштарының Аҡһаҡ Тимер яуына ҡаршы аяуһыҙ көрәше һүрәтләнә, яу һарт ырыуының ҙур еңелеүе м‑н тамамлана. Улдары Ҡармасан м‑н Сәрмәсәнде (улдары үлгәс, аталары уларҙың исемдәрен йылға атамаларында мәңгеләштергән; ҡара: Ҡармасан, Сәрмәсән), дуҫтарын юғалта һәм үҙ ырыуының берҙән‑бер вәкиле булып ҡала. Ҡасандыр бик ҡеүәтле булған бей, байғошҡа әйләнеп, меҫкен ҡартлыҡҡа дусар ителә. Хикәйәттә башҡорт фольклорының һәм көнсығыш әҙәбиәтенең эпик жанрҙарының тради­цион мотивтары ҡулланылған. Текст башҡорт теленә Ә.Ғ.Бейешев, М.М. Сәғитов тарафынан тәржемә ителгән. Ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана. Әҫәрҙең шиғри интерпретацияһы башҡорт теленә Ә.М. Сөләймәнов, М.Ямалетдин, урыҫ теленә — Р.В.Паль тарафынан башҡарылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999; Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019