Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫҘҒЫ

Просмотров: 399

ҺЫҘҒЫ (ҫыҫҡы), башҡорт ҡәбиләһе. Әйле ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғалары: ____ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең көслө йоғонтоһон кисергән фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. Урал алдының көньяҡ‑көнбайышынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16—17 бб. Урал аръяғында йәшәгән Һ. бер өлөшө әйлеләр; икенсе өлөшө Әй й. басс. ҡошсо, өпәй ҡәбиләләре м‑н сиктәш терр‑яла йәшәй, һуңынан төньяҡҡа Көңгөр татарҙарына күрше булып күсенә. 18 б. аҙ. — 19 б. Һ. Ҡариҙел й. уң ярындағы ерҙәре тау заводтары (ҡара: Тау сәнәғәте) һәм Красноуфимск ҡ. төҙөү өсөн алына, ҡалған ерҙәренә керҙәштәр булып татарҙар һәм мариҙар килеп ултыра. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Һыҙғы улусын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Һ. йәшәгән терр‑я Красноуфимск өйәҙенә һәм Троицк өйәҙенә (19 б. уртаһында Һ. 1,3 меңгә яҡын кеше иҫәпләнгән), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 4‑се Загорный башҡорт кантондарына (19 б. 40‑сы йй. башы) ингән. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш, Свердловск өлк. Красноуфимск р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019