Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 287

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың балалар художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, һынлы сәнғәт студиялары, художество вуздары, уч‑щелары, колледждары педагогтарының белем биреү процесын камиллаштырыу, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтен уҡытыу методикаһының алдынғы тәжрибәһен пропагандалау маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. 1990 й. апр. Өфөлә Башҡ‑н респ. һынлы сәнғәт йәмғиәте булараҡ ойошторола. 2013 й. алып “Педагог‑рәссамдар союзы” Дөйөм Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының (Мәскәү) Башҡ‑н төбәк бүлексәһе. Респ. һәм төбәк фәнни‑ғәмәли конф., семинарҙар, педагогтар әҫәрҙәре күргәҙмәләрен, бөтә Рәсәй пленэрҙарын, Художество мәк­тәбе №1 базаһында балалар художество ижады конкурс‑күргәҙмәләрен, ш. иҫ. А.А.Кузнецов ис. Халыҡ‑ара балалар художество ижады конкурсын (1991 й. алып йыл һайын; 2000 й. алып 2 йылға 1 тапҡыр), “Черниковка котовасияһы” (“Черниковская котовасия”) Бөтә Рәсәй балаларҙың юмористик һүрәттәре конкурсын (1998 й. алып йыл һайын; 2007 й. башлап 2 йылға 1 тапҡыр) үткәрә. Йәмғиәтте ойоштороу инициаторы һәм тәүге рәйесе — А.А.Куз­нецов, 1990 й. алып Ю.Н.Григорьев.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно‑прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019