Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫННЫ, Благовещен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 383

ҺЫННЫ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Һынны а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 957 кеше; 1939 — 733; 1959 — 347; 1989 — 391; 2002 — 467; 2010 — 383 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Иван‑Покровка, Илья‑Покровка һәм Николай‑Покровка ширҡәттәре булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемдәге ауыл булараҡ иҫәпкә алына. А.А. Кузьминых ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019