Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНТАШТЫ

Просмотров: 366

ҺЫНТАШТЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың аҙ. — 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се сирегенә ҡарай. Силәбе өлк. Рымникский ҡасабаһы янында Һынташты й. (Тубыл й. һул ҡушылдығы) ярында урынлашҡан. 1968 й. Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) экспедицияһы тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1972—76 йй., 1983—86 йй. В.Ф.Генинг, Г.Б. Зданович өйрәнгән. Нығытылған тораманан, ҡатнаш ҡәберлектән һәм Ҙур ҡурғандан (ҡорам‑ерләү ҡоролмаһы) ғибәрәт. Һ. торамаһы. Дөйөм майҙаны 62 мең м2, яҡынса 7 мең м2 ер ҡаҙылған. Һаҡ системаһы соҡорҙан (диам. 150 м), ағас һәм балсыҡ блоктарҙан һалынған стеналарҙың тышҡы ҡулсаһынан (диам. 136—140 м), эске ҡулсанан (диам. яҡынса 60 м) тора. Эске һәм тышҡы стеналар араһында торлаҡтар (майҙаны 90—140 м2) — бағаналар м‑н 3 бүлкәгә бүленгән трапеция формаһындағы ер өҫтө ҡоролмалары; хужалыҡ өлөшөндә усаҡ, ҡоҙоҡ, хужалыҡ соҡоро, ҡайһы берҙә түңәрәк мейестәр урынлашҡан. 24 торлаҡ тикшерелгән. Көньяҡта йылғаға ҡараған, төньяҡта ҡәберлеккә алып барған 2 инеү урыны булған. Һ. ҡәберлеге. Тораманан төньяҡҡа табан урынлашҡан. Йола ҡоролмалары һәм үҙәк төрбәләр тирәһендә урынлашҡан ҡурғанһыҙ ҡәберҙәрҙән, тупраҡ өйөп яһалған һәм түңәрәк йәки квадрат формалағы ағас ҡоролмалары булған ҡурған аҫты ҡәберҙәренән тора. Мәйеттәр тәрән (2,5—3 м) ҡәбер соҡорҙарында, ҡайһы берҙә ағас камераларҙа башлыса ҡабырғаға һалып ерләнгән, мәйеттәрҙе өлөштәргә бүлеп ерләү осраҡтары теркәлгән. Яңғыҙ һәм бер нисә мәйетте бергә ерләү ҡулланылған. Ҡәбергә ҡойоу соплолары, бронза бысаҡтар, беҙҙәр, энәләр, оңғоло һөңгө остары, һалпы төйҙәле балталар, бронза, һөйәк һәм таш уҡ башаҡтары, таш суҡмарҙар, төйгөстәр, һандалдар; ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре һалынған. Ҡорбан ителгән хайуан (ат, һыйыр, һарыҡ, эт) һөйәктәре табылған. Һуғыш арбалары ватыҡтары, һөйәк пластинкалы ауыҙлыҡтар, аяҡтарын бөгөп йола б‑са аттар күмеү хас. Ҙур Һ. ҡурғаны. Тигеҙ майҙансығы (40×50 м) булған ҡалҡыулыҡтан (диам. яҡынса 85 м, бейеклеге 4,5 м) һәм соҡорҙан ғибәрәт. Ҡомартҡының 2 этабы асыҡланған: ерләү комплексы һәм ғибәҙәтхана. Ерләү комплексы түшәлмә м‑н ябылған ағас ҡәбер соҡоро‑камеранан (3×3,5 м) торған; камера тирәләй тупраҡ өйөп яһалған көмбәҙле түңәрәк ҡоролма (бейеклеге 4—4,5 м) төҙөлгән. Ғибәҙәтхана ағас бураларҙан, тупраҡтан һәм ҡамыштан төҙөлгән 9 киртләсле пирамиданан (9 м тиклем) ғибә­рәт. Ҡомартҡы материалдары Һынташты мәҙәниәтен айырып күрһәтеү өсөн эталон булып тора; Археология һәм этнография музейы, Дәүләт тарих музейы (Мәскәү), Урал дәүләт ун‑ты (Екатеринбург ҡ.), Силәбе өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Силәбе ун‑ты фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Генинг В.Ф., Зданович Г.Б., Генинг В.В.Синташта. Челябинск, 1992.

Г.Б.Зданович

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019