Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫРҒА, а л ҡ а

Просмотров: 420

ҺЫРҒА, а л ҡ а, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа ярым ай йәки өҙөк балдаҡ рәүешендәге һәм оҙон Һ. булған, уларҙың биҙәкле уртаһына тәңкәле сулпылар йәки муйынсаҡ м‑н мәрйен бөртөктәре тағылған (суҡлы алҡа). Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан эшләнгән. Зәргәр деталдәр гравировка, ҡарайтыу, бөртөк, семәр м‑н биҙәлгән. Оҙон Һ. ярым затлы таштарҙан (аҡыҡ, фирүзә һ.б.), ҡырлы быяланан ҡаштар ҡуйылған. Һ. ҡыҙҙар кейеменең биҙәүесе булған; бөркәнсек һәм төрлө сулпылы баш кейеменән (ҡара: Ҡашмау, Ҡушъяулыҡ, Таҫтар һ.б.) торған ҡатын‑ҡыҙ кейемендә алҡа һирәк осраған. Көмөш “сыңғыр” Һ. һаҡлағыс ролен үтәгән (улар “яуыз көстән” һаҡлай, тип иҫәпләнгән). Ярым ай формаһындағы Һ. башлыса Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш, оҙон Һ. көньяҡ һәм көнсығыш райондарында таралған. Көндәлек кейемдән традицион ҙур үлсәмле баш кейемдәре юҡҡа сығыу м‑н Һ. киң таралған биҙәүескә әйләнә.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019