Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫРҒАТУЙ

Просмотров: 393

ҺЫРҒАТУЙ, ҡ о л а ҡ т е ш л ә т е ү, башлыса 5—12 йәшлек балаларҙы йәрәштереү йолаһы (ҡара: Ҡоҙалау). Бәйләнештәр булдырыу һәм һаҡлау, ғаиләнең соц. статусын һәм матди хәлен яҡшыртыу, ҡалым түләү мөҙҙәтен оҙайтыу маҡсатында башҡорттар төрлө ырыу һәм ырыу бүленештәренә ҡараған ғаиләләр араһында Һ. үткәргән. Ҡыҙ баланың ата‑әсәһе йортонда үткәреләсәк Һ. алдынан яҡтар ҡалым, бирнә күләме һ.б. үҙ‑ара бурыстар т‑да килешкән, Ҡөрьән сүрәләре уҡыған һәм килешеү хөрмәтенә бер туҫтаҡтан ҡымыҙ йәки бал эскән. Һуңынан көс һынашыу ойошторолған. Әгәр малай яғының көрәшсеһе еңһә, буласаҡ ир ике ҡатын алыу хоҡуғын алған, ҡыҙ яғыныҡы еңһә, был хоҡуҡтан мәхрүм булған, ҡыҙҙың ата‑әсәһе уға ҡыҙын бирмәү һәм никах ваҡытында ҡалым йәки бирнә күләмен үҙгәртеү мөмкинлеген алған. Еңеүсе приз рәүешендә йылҡы, һыйыр малы йәки һарыҡ түшкәһенең ҡабырға өлөшөн (һөбә ҡабырғаһы), еңелгәне муйын өлөшөн (муйын һөйәге) алған, ш. уҡ икеһенә лә билбау бирелгән. Йола ваҡытында ир балаға — ҡыҙыл, ҡыҙ балаға зәңгәр йәки йәшел төҫтәге бөркәнсек ябып, ҡаршылаш баҫтырғандар; бөркәнсекте асҡандан һуң, малай йәрәшелгән ҡыҙҙың ҡолағын еңелсә генә тешләгән, уға һырға һәм шәл, ҡыҙ уға нағышлы билбау йәки түбәтәй бүләк иткән. Ошо мәлдән ҡыҙ кәләшкә әйләнгән һәм атаһы уны башҡа кешегә кейәүгә бирә алмаған. Ҡыҙын бирергә баш тартҡан атай кейәүҙең ата‑әсәһенә ҡалым күләмендәге мөлкәт (мал‑тыуар, аҡса һ.б.) бирергә тейеш булған. Йола никах һәм ғаилә т‑да һамаҡтар башҡарыу м‑н оҙатылған. Ҡунаҡтар төрлө теләктәр (ҡара: Алғыш) әйткән, йәрәшеүселәр хөрмәтенә йырҙар йырлаған, кәләштең тыңлаусан, баҫалҡы, егәрле булыуын теләгән. Һ. һыйлау м‑н тамамланған. Табынға ғәҙәттә бәлеш, бауырһаҡ, бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, сәксәк һ.б. бешергәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа таралған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019