Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫРТЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 347

ҺЫРТЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Иштуған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 678; 1939 — 599; 1959 — 453; 1989 — 294; 2002 — 320; 2010 — 335 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һарыш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ишем булараҡ нигеҙ һала. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә (тәүге төпләнеүселәрҙең береһе исеменән, уның улдары Әбделсәләм һәм Рәш Һыртлановтар билдәле). Шулай уҡ Минкә, Манка булараҡ теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 190 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 395 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, пристань теркәлгән; ш. уҡ урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауыл эргәһендә Һыртлан ҡурғандары урынлашҡан. Й.В.Вәхитов, С.У.Сайранов, Ф.Б.Сөләймәнова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019