Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ АҪТЫ ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРЫ

Просмотров: 328

ҺЫУ АҪТЫ ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРЫ, һыу аҫты үткәүелдәр е, һыуһаҡлағыстар, каналдар, диңгеҙҙәр, күлдәр, боғаҙҙар, йылғалар һ.б. м‑н киҫешкән урындарҙа һыу ятҡылығының төбөндәге үткәргес торбалар. Һыу ятҡылығының төбөнә һалыу юлы б‑са тәрәнәйтелгән (тәбиғи һыу төбөнән тәрәнерәк), тәрәнәйтелмәгән (һыу төбөндә ятҡан) һәм һыуға батырылған (һыу төбөнән өҫтәрәк); торбаларының һаны б‑са бер, ике йәки күп епле (күп торбалы, шуларҙың береһе — төп торба, ҡалғандары — резерв) һ.б. төр Һ.а.ү.т. айырыла. Һ.а.ү.т. һалыу асыҡ (траншеяһыҙ, траншеялы) һәм ябыҡ [(ауыш йүнәлешле быраулау, футляр‑торба эсенә тартып индереү (“торба эсендә торба”), микротоннелдәр яһау һ.б.] ысул м‑н алып барыла. Һ.а.ү.т. коррозияға ҡаршы көсәйтелгән изоляция м‑н ҡаплайҙар, айырым суйын йәки тимер‑бетон йөк батырыу, тотош бетонлау юлы м‑н ҡалҡып сығыуҙан һаҡлайҙар, анкерлы ҡоролмалар м‑н беркетәләр. 20 б. 60—90‑сы йй. ӨНИ‑лә (В.Л.Березин, П.П.Бородавкин һ.б.) Һ.а.ү.т. һалыу технологияларын камиллаштырыу б‑са ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелә; һыу аҫты траншеяларын ҡаҙыуҙың яңы технологияһы, магистраль газ торбаларын балластировкалау өсөн анкер конструкциялары уйлап табыла һәм индерелә. 70‑се йй. башлап ИПТЭР‑ҙа (Ә.Ғ.Ғүмәров, К.Е.Ращепкин һ.б.) Һ.а.ү.т. хеҙмәтләндереү б‑са тикшеренеүҙәр, проектлау, норматив документтар төҙөү эштәре үткәрелә. 80‑се йй. коррозиянан һаҡлаған ҡаплауҙар, “торба эсендә торба” ысулы м‑н капиталь ремонтлау технологиялары, нефть үткәргестәре үткәүелдәрен файҙаланыу техникаһы б‑са инструкциялар эшләнә һәм индерелә. Респ. Ағиҙел, Өфө, Дим, Ыҡ һ.б. йылғалар аша 20‑нән ашыу һыу аҫты үткәүеле төҙөлгән.

Әҙәб.: Бородавкин П.П., Березин В.Л., Шадрин О.Б. Подводные трубопроводы. М., 1979; Гумеров А.Г., Азметов Х.А., Гумеров Р.С. Техническая эксплуатация подводных переходов трубопроводов. М., 2003; Технология сооружения газонефтепроводов. Уфа, 2007.

Р.А.Жданов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019