Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ

Просмотров: 419

ҺЫУ МОТОЦИКЛЫ, г и д р о ц и к л, карбюраторлы двигателе булған бәләкәй судно. Яҡшы хәрәкәтләнә: бер нисә секунд эсендә тулы тиҙлеген арттыра һәм 180° корпусы оҙонлоғона тигеҙ аралыҡта борола ала. Ял итеү, спорт м‑н шөғөлләнеү һәм һыу акваторияһында патруллек итеү өсөн тәғәйенләнгән. 1997 й. ӨМЭПБ‑ла оҙонлоғо 2440 мм, киңлеге 1050 мм, макс. йөрөү тиҙлеге 54 км/сәғ., ҡеүәте 37,7 кВт булған ике урынлы ВМ‑650 Һ.м. эшләнә. Батыу кимәле минималь булыуы 0,6 м тиклем тәрәнлектәге һай һыу ятҡылыҡтарында файҙаланырға мөмкинлек бирә. 2000—02 йй. сығарыла.

А.А.Савасин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019