Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ

Просмотров: 439

ҺЫУ СӘТЛӘҮЕГЕ, б а т м а н с ы ҡ (Trapa), һыу сәтләүеге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда себер Һ.с. үҫә. Бер йыллыҡ һыу үҫемлеге. Һабағы нәҙек, тарбаҡлы, оҙонлоғо 150 см тиклем. Оҙон ҡабарынҡы һаптары булған ябай, ромб формаһындағы, ситтәре буйлап осло уйымлы‑киртләсле, ҡалын ҡабыҡлы 15—39 япраҡтан торған һыу өҫтөндә йөҙөүсе розетка барлыҡҡа килтерә. Һыу аҫты япраҡтары ҡыяҡ, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, иртә ҡойола. Сәскәһе һыу өҫтөндә ята, яңғыҙ, япраҡ ҡуйынында урынлашҡан, 4 аҡ тажлы. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 мөгөҙ һымаҡ сығынтылы, ромбҡа яҡын формалағы төшлө “сәтләүек”, авг. аҙ. өлгөрә. Упҡанкүлдә һәм Билгеләр төбәгендә (Нуриман р‑ны) осрай. Ашарға яраҡлы үҫемлек, емеше сей килеш һәм бешереп ҡулланыла. Ҡабандар, ҡондоҙҙар, ондатралар өсөн аҙыҡ булып тора. Себер Һ.с. — реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019