Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

Просмотров: 465

ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ, г и д р о б и о н т т а р, бөтә ғүмере буйына йәки ғүмеренең бер өлөшөндә (ҡарышлауыҡ стадияһында) һыуҙа йәшәгән хайуандар. 2 төркөмгә бүленә: боронғо ваҡытта һыу аҫтында йәшәгән беренсел Һ.х. (иң ябайҙар, болоттар, эсәкҡыуышлылар һ.б.); боронғо ваҡытта ер өҫтөндә йәшәгән, һуңынан һыу аҫтында йәшәүгә күскән, шул уҡ ваҡытта тын алыуҙың элекке тибын (үпкә аша тын ала) һәм үрсеү юлын һаҡлап ҡалған икенсел Һ.х. (киттар, ишкәк тәпәйлеләр, ҡайһы бер йыландар һәм гөбөргәйелдәр, ҡаты ҡанатлылар, ҡандалалар һ.б.). Күпселек беренсел Һ.х. аталаныуы — тышҡы, икенсел Һ.х. — эске, бүленеү юлы м‑н үрсеү осраҡтары була. Шулай уҡ Һ.х. диңгеҙ (күпселек балыҡтар һәм моллюскы­лар, диңгеҙ тараҡтары, энә тирелеләр, коралл полиптары, оболочниктар, ярым хордалылар, фораминиферҙар һ.б.) һәм сөсө һыу (ике төрлө тын алыусы һәм күп ҡанатлы балыҡтар, күпселек бөжәктәр, һөлөктәр һ.б.) төрҙәренә бүленә. Ҡайһы бер Һ.х. (болоттар, ҡорһағаяҡлылар, ҡабырсаҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәре һ.б.) субстратҡа беркетелгән, икенселәре — хәрәкәтсән, һыу ҡатламында (күпселек балыҡтар, ер‑һыу хайуандары һәм энәғараҡтарҙың ҡарышлауыҡтары) йәки һыу ятҡылыҡтары төбөндә (күпселек моллюскылар, күп төклө селәүсендәр) йәшәй. Хәрәкәт итеү ысулдары төрлө: иң ябайҙар, селәүсен ҡарышлауыҡтары керпексәләр һәм ҡамсылар; ҡыҫала һымаҡтар, балыҡтар, ер‑һыу хайуандарының ҡарышлауыҡтары — йөҙгөстәр; амёбалар — псевдоподиялар; ҡабырсаҡтар — аяғын грунтҡа беркетеү һәм кәүҙәһен тартып алыу; һөлөктәр — имгестәрен субстратҡа алмашлап беркетеү ярҙамында хәрәкәт итә. Һ.х. (балыҡтар, моллюскылар, ҡыҫала һымаҡтар һ.б.) — кеше рационында төп аҡһым сығанаҡтарының береһе. Балыҡ запасын арттырыу һәм сифатын күтәреү м‑н балыҡсылыҡ шөғөлләнә. Мед. һөлөгө, ҡоро бодяга онтағы, балыҡ майы медицинала ҡулланыла. Диңгеҙ хайуандарынан алынған тире, спермацет һ.б. продукттар күн һәм парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә файҙаланыла, ҡабырсаҡтарҙан биҙәүестәр яһала. Балыҡтарҙы аквариумда тотоу киң таралған (ҡара: Аквариум балыҡтары). Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында инфузориялар, книдариялар, болоттар, яҫы ҡорттар, йомро селәүсендәр, бүздәктәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар, хордалылар һ.б. йәшәй. Балыҡтарҙың (европа зөгәйе, уҡбалыҡ, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры, европа бәрҙеһе һ.б.), ер‑һыу хайуандарының (быуа тәлмәрйене, үлән тәлмәрйене, тараҡлы тритон) һәм һөйрәлеүселәрҙең (һаҙ гөбөргәйеле) ҡайһы бер төрҙәре БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Бентос, Экосистема.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019