Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 400

ҺЫУҒА БАТЫУСЫЛАРҘЫ ҠОТҠАРЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. 1872 й. “Рәсәй карап һәләкәттәрендә ярҙам итеү йәмғиәтенең” (1880 й. алып “Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”, 1892—1914 йй. “Император Рәсәй һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәте”) Өфө губерна идараһы төҙөлә. 1925 й. башлап СССР Юлдар ХК, 1928 й. — “СССР һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәттәре союзы”, 1931 й. — “СССР һыу транспорты үҫешенә булышлыҡ итеү һәм һыу юлдарында кеше ғүмерен һаҡлау йәмғиәттәре союзы” эргәһендә Башҡ‑н респ. һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу ком‑ты эшләй. 1943 й. алып һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу б‑са функцияларҙы йылға флоты, 1948 й. — Ирекле флотҡа булышлыҡ итеү йәмғиәте, 1956 й. — ДОСААФ‑тың Башҡорт өлкә ком‑ты, 1966 й. — БАССР Торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ министрлығы башҡара, 1970 й. Башҡ‑н советы (2004 й. башлап Һ.б.ҡ.й. Башҡ‑н респ. бүлексәһе) ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һыуҙа һәләкәттәрҙе иҫкәртеү һәм кеше ғүмерен һаҡлау, халыҡты йөҙөргә һәм ҡотҡарыу ысулдарына өйрәтеүгә булышлыҡ итеү, һыу ятҡылыҡтарында йәмәғәт ҡотҡарыу постары төҙөү, ҡотҡарыусылар әҙерләү. 20 б. 70—90‑сы йй. Һ.б.ҡ.й. Башҡ‑н советы составына 55 ҡала һәм район советы, 2,3 мең беренсел ойошма, 500 меңдән ашыу ағза инә, Һ.б.ҡ.й. мәктәбе һәм һыу аҫты‑техник эштәр отряды эшләй. 80‑се йй. уртаһында — 90‑сы йй. башында Башҡортостан спортсы‑ҡотҡарыусылары тетратлон (ҡотҡарыусылар күпбәйгеһе) б‑са ярыштарҙа сығыш яһай. Тетратлон б‑са СССР йыйылма командаһы составында юғары ҡаҙаныштарҙы түбәндәге спортсылар күрһәтә: Ю.В.Дудников — манекенды буксирға алып 50 м йөҙөүҙә донъя чемп. һәм рекордсыһы (1987); С.Т.Солтанова — 200 м тотҡарлыҡлы йөҙөүҙә донъя чемпиона­тының көмөш призёры (1987); Дудников, В.Н. Прокопьев, В.Б.Трубин, И.И. Шохов — 4×25 һәм 4×50 м эстафеталарҙа Европа кубогын яулаусылар (1988); И.М.Негодина, С.В.Раянова, И.Р. Рәхимова — 4×50 м эстафетала Европа кубогын яулаусылар (1988); Н.М. Гузовская — манекенды буксирға алып 50 м йөҙөүҙә Олимпиадала булмаған спорт төрҙәре б‑са Бөтә донъя уйындары еңеүсеһе (1989); Ю.В.Гузовский — Болгарияның асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1989). БР йыйылма командаһы — һыу‑спорт күпбәйгеһе б‑са ярыштарҙа Рәсәй чемп. (2012— 13), Олимпиадала булмаған спорт төрҙәре б‑са Бөтә Рәсәй спорт уйындары еңеүсеһе (2013).

Йәмғиәт м‑н тренер А.И. Йәнекәев эшмәкәрлеге бәйле. Рәйестәре: З.И. Мөсәүиров (1970 й. алып), Н.М. Кулешова (2006 й. алып).

Н.М.Кулешова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019