Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН

Просмотров: 427

ҺЫУЛЫ ЙЫРЫН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бишбүләк р‑ны Сухоречка а. көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Ҡыҙылшишмәнең (Кама й. басс.) һәм уның ҡушылдығы Һыулы йырындың үрге ағымдарында урынлашҡан. Майҙаны 52,2 га. Ҡазан ярусы эзбизташтарынан тора. Рельефы арҡаларҙан ғибәрәт, йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән. Ҡыҙылшишмә карст соҡоронан башлана, тар йылға туғайы буйлап аға һәм ҙур булмаған шарлауыҡ барлыҡҡа килтерә. Һыулы йырын шишмәһенең тамағында минераллашҡан Тауышлы инеше бар, уның сығыу урындарының береһенә каптаж ҡоролған. Ландшафы өлгөрөп етмәгән карбонатлы һәм органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтарҙағы далаларҙан, һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы һәм ҡайын урмандарынан тора. Шишмәләрҙең битләүҙәрендә ҡоро болондар һәм петрофитлы далалар таралған, мүкле риофиль төркөмдәр үҫешкән. Флораһында 200‑ҙән ашыу төр, ш. иҫ. 8 ҡылған, бар. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән 15 һирәк төрө үҫә: Коржинский ҡылғаны, селтәрле етен, татар майлуты, турғай тимелеяһы һ.б., шуларҙың 7‑әүһе (бөрсөклө йомрогөл, һылыу ҡылған, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ һ.б.) ш. уҡ РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡыҙылшишмәлә йылға бағыры йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019