Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУОСҠАН, тәбиғәт ҡомартҡыһы

Просмотров: 434

ҺЫУОСҠАН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Яҡтыкүлдән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2041 га. Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан тора. Һырт түбәләренән шарлауыҡтар (иң ҙуры 4 м) барлыҡҡа килтергән Һыуосҡан шишмәһе башлана. Ландшафы органоген‑ҡырсынташлы һәм һоро тау­урман тупрағындағы урмандарҙан (ҡайын, ҡарағай, уҫаҡ) һәм урман‑далаларҙан ғибәрәт. Битләүҙәрҙә ҡара көртмәле һәм ҡыҙыл көртмәле ҡатыш йәшел мүкле ҡарағайлыҡ, соҡорло урындарҙа йыла һәм ҡарама ағастарының реликттары, һырт түбәләрендә ҡарағас һәм шыршы осрай. Һ. терр‑яһында үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: Гельм минуарцияһы, ебәк ҡаҙ үләне, кавказ күрәне, ҡырҡһабаҡ кәрешкә, Литвинов торна борсағы, шырттөклө еҙүлән һ.б.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019