Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 457

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1342 кеше; 1920 — 1600; 1939 — 1814; 1959 — 1531; 1989 — 888; 2002 — 819; 2010 — 777 кеше. Сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. 1757 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1811 й. ш. уҡ шарттарҙа сыуаштар, 1815 й. — яһаҡлы татарҙар, 1831 й. — яңы суҡындырылған сыуаштар күсеп ултыра. 1795 й. 20 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 126 йортта — 729 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 тирмән, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 1‑се Һыуыҡҡул а. (Сыуаш Һыуыҡҡулы; 1047 кеше) һәм 2‑се Һыуыҡҡул а. (Татар Һыуыҡҡулы; 553 кеше), 1939 й. — 1‑се Һыуыҡҡул (1184 кеше) һәм 2‑се Һыуыҡҡул (630 кеше) аа. иҫәпкә алынған. С.С.Атнағолов, С.А.Васильев, Ф.Д.Гарин, В.Ю.Горбунова, Ш.Х. Миңлеғолов, М.В.Прохоров ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019