Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘЙТӘК, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 316

ҺӘЙТӘК, Балтас р‑нындағы ауыл, Һәйтәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 84 км алыҫлыҡта Ҡыйғаҙы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1976 кеше; 1920 — 2366; 1939 — 1774; 1959 — 1461; 1989 — 976; 2002 — 863; 2010 — 746 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Уҫы даруғаһы Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ураҙгилде Һәйтәков билдәле. 1642 й., 1698 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр, 1746 й., 1751 й. ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 1795 й. 9 йортта 62 кеше йәшәгән, 1865 й. 237 йортта — 1403 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 37 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, земство дауаханаһы һәм станцияһы, буяу оҫтаханаһы, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. 1920 й. 1‑се Һәйтәк (525 кеше) һәм 2‑се Һәйтәк (1841 кеше) аа. булараҡ теркәлгән, улар һуңынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алынған. З.Ғ.Ғаянов, И.И.Ғаянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019