Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘЛӘКӘТТӘР МЕДИЦИНАҺЫ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 306

ҺӘЛӘКӘТТӘР МЕДИЦИНАҺЫ ХЕҘМӘТЕ, Бөтә Рәсәй һәләкәттәр м е д и ц и н а һ ы х е ҙ м ә т е, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү б‑са берҙәм дәүләт системаһының өлөшө; стихиялы бәлә‑ҡазалар, авариялар, һәләкәттәр, эпидемиялар, локаль ҡораллы конфликттар, террорсылыҡ акты һ.б. ваҡытында зыян күргәндәргә үҙ ваҡытында мед. ярҙамы күрһәтеү һәм уны ойоштороу эштәрен башҡара; зыян күргән халыҡты санитария‑эпидемиология именлеге м‑н тәьмин итә. Ашығыс медицина ярҙамы, санитария авиацияһы, санитария‑эпидемиология хеҙмәте м‑н берлектә эшләй. 1989 й. Өфөлә Кисектергеһеҙ мед. ярҙамының Башҡ‑н терр. үҙәге (1993 й. алып Респ. һәләкәттәр медицинаһы үҙәге) ойошторола, уның составында тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булған табип м‑н мәғлүмәт‑диспетчер бүлеге, уҡытыу‑методик үҙәк (БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының термик травмалар курсы булған ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы каф. м‑н берлектә булдырылған), ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы травманан һуңғы стресс ҡаҡшауҙарынан арындырыу өсөн психофизиологик ярҙам һәм реабилитациялау кабинеты һ.б. бар. БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында була. Һ.м.х. м‑н оператив идара итеү өсөн БР‑ҙа респ. һәм Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡҡ. 11 район‑ара (зона) һәләкәттәр медицинаһы үҙәге эшләй, уларҙың һәр береһенә республиканың 5—7 районындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларының кисектергеһеҙ медицина ярҙамы хеҙмәттәре инә. Респ. һәләкәттәр медицинаһы үҙәге Рәсәйҙең БР б‑са Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, БР б‑са ЭЭМ, БР‑ҙың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге м‑н берлектә эшләй. 2008 й. БР‑ҙа Һ.м.х. 799 бригаданан: ашығыс мед. ярҙамы — 305, кисектергеһеҙ (табипҡа тиклемге һәм табип ярҙамы) — 346, махсус — 132, эпидемияға ҡаршы — 10, санитария‑эпидемиология — 6; 1799 белгестән (571 табип, 1227 урта мед. хеҙм‑ре һәм фармацевт) тора; 134 техноген һәләкәттең мед. эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 118 бригада [112 — ашығыс мед. ярҙамы, 1 — кисектергеһеҙ мед. (табип) ярҙамы, 5 — махсус ярҙам] ҡатнаша.

Һ.Н.Хунафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019