Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘЛӘҮЕК, йылға

Просмотров: 434

ҺӘЛӘҮЕК, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Ишембай р‑ны Әсеялан а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға, Ураҙбай а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола. Ағиҙел й. (тамағынан 732 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 85 км, басс. майҙаны 730 км2. Туйыныуы ҡатнаш. Ландшафы үрге ағымында убалы‑арҡалы тауҙарҙан тора, һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар үҫә, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан һәм төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан ғибәрәт. Басс. 50%‑ын урман ҡаплаған. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Хажы Шиҙеһе, Шиҙе, Бишағас, Бирҙешле (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019