Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘМӘН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 344

ҺӘМӘН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 68 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 377 кеше; 1920 — 520; 1939 — 312; 1959 — 295; 1989 — 234; 2002 — 290; 2010 — 329 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы Таһир а. (хәҙ. Үрге Таһир а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1866 й. 54 йортта 316 кеше йә­шәгән. Мәсет булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019