Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҺӘНӘК”, журнал

Просмотров: 962

“ҺӘНӘК”, сатирик һәм юмористик журнал. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 4 мең данаға яҡын (2010). 1925 й. сент. алып “Яңы ауыл” гәз. (ҡара: “Ҡыҙыл таң”) “Яңы ауыл һәнәге” исемле сатирик ҡушымта булараҡ нәшер ителә, 1926 й. ай һайын татар телендә сыға торған үҙ аллы “Һәнәк” баҫмаһына айырыла. 1937 й. 2 һаны донъя күрә, һуңынан 1955 й. тиклем нәшер ителмәй. 1956 й. февр. башлап хәҙ. исеме м‑н башҡорт телендә сыға. Журнал биттәрендә көнүҙәк темаларға сатира һәм юмор әҫәрҙәре баҫыла. Рубрикалары: “Һәнәк йәбенә!”, “Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә”, “Беҙҙең ауыл мәҙәктәре”, “Дуҫтар күстәнәсе”, “Көнкүрһәтмәҫ көнкүреш” һ.б. 1934 й. күп тиражлы “Удар төҙөлөш” гәз. (1931—40 йй. Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителә) м‑н берлектә татар телендә «“Һәнәк” Моторный төҙөлөшөндә» ҡушымтаһын сығара. 1992 й. “Вилы” ж. булдыра. Баш мөхәррирҙәре: Ғ.Ғүмәр (1932—35, өҙөклөк м‑н), И.Насыри (1934 й., 1935 й. авг. — 1937 й.), Н.Нәжми (1956 й. алып), Һ.Ә. Әсә­ҙуллин (1959 й. алып), М.Н.Кәримов (1968 й. алып), Т.Н.Сәғитов (1978 й. алып), М.Сәлим (1980 й. алып), С.Н. Әбүзәров (2010 й. алып), Р.М.Кинйәбаев (2011 й. алып).

М.Ш.Сәлимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023