Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘРГӘЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

ҺӘРГӘЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Нөгөш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 582 кеше; 1920 — 510; 1939 — 317; 1959 — 230; 1989 — 287; 2002 — 198; 2010 — 191 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башлан­ғыс мәктәп (Нөгөш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таш исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Һәргәш булараҡ теркәлгән. 1795 й. Таш а. 33 йортта 198 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемен йөрөтә) 75 йортта — 497 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, тәгәрмәс һәм туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. Ғ.Дәүләди ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019