Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘҮБӘН, эпос геройы

Просмотров: 444

ҺӘҮБӘН, Аҡбуҙат” эпосының төп геройы. Үҙенең ҡарт олатаһы Урал батырҙың данлы эштәрен дауам итеүсе, кеше бәхете, соц. дөрөҫлөк өсөн көрәшеүсе булып сығыш яһай. Атаһы Сура батырҙан ҡалған һыҙма м‑н Һ. алтын өйрәк атып ала, ул һыу аҫты батшаһы Шүлгәндең ҡыҙы Нәркәс булып сыға. Батыр, уның кәңәштәрен тыңлап, сабырлыҡ, сослоҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, Аҡбуҙатҡа хужа була. Аҡбуҙат һәм Урал батырҙың булат ҡылысы м‑н Һ. яуыз көстәрҙе еңеп сыға. Ул Шүлгәнде гөбөргәйелгә, Ҡәһҡәһәне — ярғанатҡа, дейеүҙәрҙе һөйрәлеүселәргә һәм һөлөктәргә әйләндерә. Һ. Шүлгәндең күлен ҡылысы м‑н урталай ярып, унан ҡоро ер яһай, Мәсем ханды үлтереп, уның ҡолдарын азат итә, кәләше Нәркәстең атаһының көтөүҙәрен ярлы халыҡҡа таратып бирә. Мәсем хан тарафынан ҡоллоҡҡа һатылған ете батырҙы ҡотҡарып, уларҙы ете башҡорт ырыуына башлыҡ итеп ҡуя. Һомайҙың нәҫеле булған аҡҡоштарҙы атыуҙы тыя (ҡара: Ҡоштар культы). Персонаж ш. уҡ “Минәй батыр менән Шүлгән батша” эпосында телгә алына, унда төп герой 82 йәшлек Һ. Шүлгән әсирлегенән ҡотҡара.

Әҙәб.: М и р б а д а л е в а А.С. Башкирский народный эпос //Башкирский народный эпос. М., 1977; Г а л и н С.А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019