Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘҮЕРТАШТАР

Просмотров: 782

ҺӘҮЕРТАШТАР, метаморфик тау тоҡомдары. Һ. минераль составы төрлө, кварц, слюдалар, хлорит, амфиболдар, тальк, карбонаттар өҫтөнлөк итә. Саф Һ. (башланғыс метаморфизмдың ваҡ бөртөклө тоҡомдары: балсыҡлы, составында балсыҡ минералдары булған аспид Һ.); кристаллы Һ. (урғылыусы тау тоҡомдары б‑са ортоһәүерташтарға һәм ултырма тау тоҡомдары б‑са параһәүерташтарға бүленгән уртаса, өлөшләтә көслө дәрәжәләге төбәк метаморфизмы продукттары); динамоһәүерташтарға (динамометаморфизм продукттары) бүленә. Текстураһы һәүерташлы. Ҡара күмерле Һ. алтын, уран, һөрмә ятҡылыҡтары өсөн төп мәғдән ҡатламдары сифатында айырыла. Тулыһынса һәүерташлы булған балсыҡлы Һ. түбә һәм шифер, кристаллы Һ. төҙөлөш материалдары, утҡа сыҙамлы сеймал булараҡ ҡулланыла. Кристаллы һәм ваҡ бөртөклө Һ. Башҡорт мегантиклинорийының рифей ҡатламдарында (белорет метаморфик комплексы һ.б.) һәм Уралтау зонаһының кембрий алды‑палеозой ултырмаларында (мәҡсүт метаморфик комплексы һәм һәүәнәк метаморфик комплексы) таралған, Магнитогорск мегасинклинорийының һынылыштар зонаһында динамоһәүерташтар үҫешкән.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019