Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘҮӘЛӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 311

ҺӘҮӘЛӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Ибраһим т. юл ст. Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡыҙылғы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 512; 1939 — 618; 1959 — 521; 1989 — 923; 2002 — 1047; 2010 — 1013 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Йомран‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1764 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Типтәр старшинаһы Һәүәләй Солтангилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 35 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 33 йортта 178 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. Шулай уҡ Савельев, Ҡолош булараҡ теркәлгән. 1906 й. мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. Р.И.Камалов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019