ШАБАЕВА Ольга Владимировна
642
ШАБАЕВА Ольга Владимировна (20.11.1963, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Саруа ҡсб), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлаған (1986). 1‑се СДЮСШОР һәм “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.А.Щаднев). 3000 м йүгереүҙә СССР кубогының бронза призёры һәм Алма‑Атала халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (икеһе лә — 1987). Ҡыҙҙар араһында СССР беренселегенең бронза призёры (1980). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1987—88). 1993 й. алып 1‑се олимпия резервы спорт мәктәбенең (Өфө) өлкән тренеры.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: