Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАБАТ Алексей Борисович

Просмотров: 677

ШАБАТ Алексей Борисович (8.8.1937, Мәскәү ҡ. — 24.3.2020, Майкоп ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1979). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика институтында (Новосибирск ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1973 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1980 й. — Математика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире. 1990 й. башлап РФА‑ның Л.Д.Ландау исемендәге Теоретик физика институтында (Черноголовка ҡ.) баш, 1993 й. — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2007 й. алып Ҡарасәй‑Черкес университетында (Ҡарасәй ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге интегралланыусы системаларҙың дөйөм теорияһына һәм уның ҡушымталарына арналған. Ш. тарафынан математик физиканың һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләрен интеграллау теорияһы үҫтерелгән, уның етәкселегендә солитондар теорияһын төҙөү буйынса тикшеренеүҙәр башланған; В.Е.Захаров менән берлектә һибелеүҙең кире мәсьәләһе ысулы сығарылған (1971) һәм һыҙыҡлы булмаған тулҡындар теорияһы буйынса ғилми мәктәп асылған. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1993).

  Х е ҙ м.: Симметрийный подход к классификации нелинейных уравнений. Полные списки интегрируемых систем //Успехи математических наук. 1987. Т.42. Вып.4 (авторҙ.); Symmetries of Spectral Problems //Lecture Notes in Physics. 2009. Vol.767 (1).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022