ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна
696
ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна (24.11.1971, Өфө), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. 2007 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре микротулҡын нурланышының органик синтезға тәьҫирен, сәнәғәт процестарын интенсивлаштырыу өсөн уны ҡулланыу мөмкинлеген; фән һәм техника тарихын өйрәнеүгә арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Микроволновое излучение и интенсификация химических процессов. М., 2003 (авторҙ.); Проблемы развития малотоннажной химии России. Уфа, 2004 (авторҙ.).
Е.А.Удалова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: