Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы

Просмотров: 615

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы (14.6.1905, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Бикҡол а., — 25.11.1991, ш. уҡ өлкәнең ш. уҡ р‑ны Ҡолой а.), халыҡ йырсыһы. Ш. репертуарында бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, “Ағиҙелкәй буйы”, “Арғужа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”, “Шәрәфетдин” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙары бар. Тәүге тапҡыр унан яҙып алынған (“Шәһүрә — аҫыл ҡыҙ бала”, “Ҡурай”), һирәк башҡарылған (“Ирәмәл”, “Түрәкәй”, “Ҡуш тирәк”) һ.б. йырҙар “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша (Мәскәү, 1985).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019