Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЙТАН

Просмотров: 502

ШАЙТАН (ғәр.), 1) ҡара: Иблес. 2) башҡорт мифологияһында яуыз көс, ендәр затынан. Кеше йәки башҡа тере йән эйәләре сүрәтендә күренә. Ҡайһы бер хөрәфәттәр б‑са, ғаиләләре м‑н тирмәләрҙә, икенселәре б‑са — күмәкләшеп мәмерйәләрҙә йәшәй. Йоҡлағанда ауыҙынан ут сыға. 40 көнө тулмаған бәпестәрҙе урлай, урламаһын өсөн бәпес эргәһенә осло әйберҙәр һалына, малайҙарға һәм ҡыҙҙарға бер үк исемдәр (Йондоҙ, Сулпан, Сәрүәр һ.б.) ҡушыла; ш. уҡ Ш. һаҡланыр өсөн Ҡөрьән доғалары, тылсымдар ҡулланыла. Балаларға аяҡтарын бәүелтергә ҡушмайҙар, сөнки Ш. уны саҡырыу тип ҡабул итә. Ш. уның ҡултығы аҫтындағы уйымдан йөрәген һурып алып үлтереп була. Ҡайһы ваҡыт кеше Ш. м‑н никахҡа инә, уларҙан аралар барлыҡҡа килә (билдәле “Шайтан ырыуы” риүәйәте). Йыш ҡына Ш. атау өсөн эвфемизмдар (Кетмер, Дөбөрнүш, Кәпшайтай­түш һ.б.) ҡулланыла. Сихырсылар (ҡара: Сихыр) үҙҙәренең белемдәре өсөн Ш. йәндәрен һата. Ҡара китапсылар тамуҡта яҙылған китап ярҙамында Ш. идара итә. Ҡара китапсы үлер алдынан үҙ китабын икенсе кешегә бирә, шуның м‑н ул Ш. өҫтөнән булған хакимлыҡты ла тапшыра. Башҡорттарҙа ш. уҡ Ш. ҡыуырға һәләтле кешеләр — шайтан күрәҙәләр билдәле булған.

Әкиәттәрҙә Ш. уйларға һәләтһеҙ, аңра йән эйәһе булып күҙ алдына баҫа (“Ике шайтан менән бер Алдар”, “Алдар менән шайтан”). Башҡорт телендә Ш. т‑да күҙаллауҙар “шайтан балаһы”, “шайтан күбәләге”, “шайтан өйөрмәһе”, “шайтан баҫыу” һ.б. һүҙбәйләнештәрҙә; Шайтанбаҫҡантау, Шайтанйылға, Шайтан һыуы, Шайтан йорт төбәге кеүек топонимдарҙа һаҡланған.

Әҙәб.: Сулейманов А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994; Руденко С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очер­ки. Уфа, 2006.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019