Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЙТАН ТАЯҒЫ

Просмотров: 418

ШАЙТАН ТАЯҒЫ, с ә н с к ә к (Carduus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала, Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: бөҙрә Ш.т., Термер Ш.т., элмәле Ш.т. Йыуан, шыма тамырһабаҡлы ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тура, йыуан, ябай йәки тарбаҡлы, ҡаты энә кеүек ҡанаттар була, бейеклеге 30—200 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ бүлемле, 3—5 айырсалы өлөштәр бар, шырт, сәнскеле, ҡыҫҡа һаплы йәки ултырма. Сәскә кәрзинкәләре эре, ҡуйы ҡыҙыл, ал, зәңгәр күк төҫтә, остарында сәнскеләр булған ҡыяҡ япраҡтарҙан торған оҙонса түңәрәк йәки ярым шар рәүешендәге урамалы оҙон ҡанатһыҙ кейеҙ һаптарҙа урынлашҡан, ғәҙәттә һалынҡы, яңғыҙ; бөҙрә Ш.т. өйкөм була, һабаҡ остарында 2—4‑әрләп үҫә. Сәскәләре көпшәле.Май—авг. сәскә ата. Емеше — күп рәтле кирткәсләнеп бөткән төктәрҙән торған өлпөлө орлоҡса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, июнь—сент. өлгөрә. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап урман йырындарында, йылға ярҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә һ.б. урындарҙа үҫә. Баллы үҫемлектәр. Составында алма, ҡуҙғалаҡ, лимон к‑талары, сапониндар, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019