Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЙТАНТАУ

Просмотров: 447

ШАЙТАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, БР‑ҙың Ейәнсура, Хәйбулла р‑ндары һәм Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышындағы Һаҡмар һәм Ҡоруйыл йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 45 км, киңлеге 10—15 км (иң киң урыны — 20 км), абс. бейеклеге 619,9 м. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, һөҙәк, убалы‑түбәле, текә битләүҙәр һәм ҙур булмаған ҡаялар бар, йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән. Девон һәм силур тоҡомдарынан (йәшмәләр, конгломераттар, кремнийлы һәүерташтар, серпентиниттар, туфлы ҡомташтар, фта­ниттар һ.б.) ғибәрәт. Ш. битләүҙәрендә Һаҡмар һәм Ҡоруйыл йй. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы йүкә, ҡайын, уҫаҡ үҫкән киң япраҡлы ҡатнаш урмандарҙан тора, түбәләрендә бейек имәнлектәр осрай. Көнбайыш һәм текә көньяҡ битләүҙәрендә йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтағы дала­лар; йылға үҙәндәрендә болондар һәм ҡара ерек әрәмәлектәре таралған. Ш. көньяғындағы БР сиктәрендә Шайтантау заказнигы ойошторолған.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019