Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 464

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник (2010 й. алып). 1971 й. һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. көнбайышҡа табан 32,5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, Шайтантау тау массивында урынлашҡан. Майҙаны — 24,0 мең га, терр‑яһының 67,5%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы һөҙәк убалы‑түбәле, тәрән йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Ш.з. терр‑яһы буйлап имәндәр таралған көньяҡ‑көнсығыш сик үтә. Ландшафы һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, типик һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло һәм ташлы далаларҙан ғибәрәт. Заказникта БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән алтай етенүләне, Биберштейн тюльпаны, бүлбеле бесәй үләне, Гельм астрагалы, ике башаҡлы эфедра, ҡыя һуған, урал ҡәнәфере, шиңмәҫгөл, шифалы бесәй үләне, энәле ҡәнәфер һ.б. үҫә. Америка шәшкеһе, бурһыҡ, дала көҙәне, йәтсә, ҡабан, ҡоралай, тейен, һоро айыу, һыуһар, һуйыр һ.б. йәшәй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән эңер ярғанаты, осар тейен, һыуыр, күк ҡарға, дала ҡара йыланы, һыу туҙбаш йыланы, йөклө күбәләк, махаон, подалирий, суфый сиңерткә һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән балабан, бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, европа бәрҙеһе, айыу сиңерткәһе, аполлон, болан-ҡуңыҙ, мнемозина осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019