Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАКИРОВ Алик Фәйез улы

Просмотров: 436

ШАКИРОВ Алик Фәйез улы (30.11. 1953, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Һаҡмар с‑зының үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Арсёнов а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2008). Журналистар союзы ағзаһы (1980). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хәбәрсе, үҙ хәбәрсе, бүлек мөдире; 1984 й. алып Башҡ‑н профсоюз­дары өлкә советында бүлек инструкторы, 1987 й. — “Советская Башкирия” гәз. хәбәрсеһе. 1991 й. башлап БР МК‑нда төп, 1993 й. — баш белгес—матбуғат хеҙмәте етәксеһе; 1994 й. алып БР Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе, 1996 й. — “Башинформ” ААЙ‑нда ген. дир. урынбаҫары—мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе, 2009 й. — ген. дир. урынбаҫары, 2010 й. — баш мөхәррир урынбаҫары. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә республикалағы иҡт. реформалар һ.б. темаларға мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1989).

Хеҙм.: Мой Кужанак. Уфа, 2012.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019