Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДЫБАЙ, С у р а ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 611

ЮЛДЫБАЙ, С у р а ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 60 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 496 кеше; 1920 — 443; 1939 — 259; 1959 — 207; 1989 — 175; 2002 — 182; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай ­даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Юлдыбай Булатов исеме м‑н аталған. Икенсе исеме “сураш” этнонимы м‑н бәйле (ҡара: Үҫәргән). 1795 й. 22 йортта 183 кеше йәшәгән, 1866 й. Ю. (Сурашта) 58 йортта — 320 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ 4 һыу тирмәне теркәлгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019