ЮЛИАН, монах
ЮЛИАН (13 б.), венгр сәйәхәтсеһе, монах. Венгрҙарҙың тарихи илен эҙләү (ҡара: Боронғо венгрҙар) һәм уның халҡын католик диненә күсереү маҡсатында ике тапҡыр сәйәхәттә була. Тәүге сәйәхәт (1235—37) т‑да мәғлүмәттәрҙе папа Григорий IX тәғәйенләнгән “Брат Рихард тарафынан табылған Бөйөк Венгрия тураһында” (“О существовании Великой Венгрии, обнаруженной братом Рихардом”) доклады өсөн Ю. һөйләүенән монах Рихард яҙып ала. Ю. маршруты Волга буйы Болғары һәм Урал алды аша Ағиҙел й. тиклем һуҙылған, уның мәғлүмәттәренә ярашлы, бында венгрҙар йәшәгән. Икенсе сәйәхәт “Брат Юлиандың монгол һуғышы тураһында хаты”нда (“Письмо брата Юлиана о монгольской войне”; 1237—38) тасуирланған. Хеҙмәттәрҙә Монгол империяһы ғәскәрҙәренең баҫып алыу походтары т‑да мәғлүмәттәр бар. Ю. ярашлы, башҡорттар 14 йыл дауамында монголдар м‑н һуғышҡан, һуңынан хан етәкселегендә үҙ дәүләтен һаҡлап, империя составына ингән. Н.А.Мәжитов фекере б‑са, Ю. башҡорт ҡәбиләләрен венгрҙар м‑н тиңләштереүе дөрөҫ түгел. Ю., Плано Карпини, В.Рубрук һ.б. мәғлүмәттәре башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһына нигеҙ һала.
Әҙәб.: А н н и н с к и й С.А. Известия венгерских миссионеров XIII—XIV вв. о татарах и Восточной Европе //Исторический архив. М.; Л., 1940. Т.3; М а ж и т о в Н.А., С у л т а н о в а А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Өфө, 2009.
Б.С.Ильясов,Н.А.Мәжитов
Тәрж.М.Х.Хужин