Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЛҒЫЗ ЙЫРАУ

Просмотров: 521

ШАЛҒЫЗ ЙЫРАУ, Шалғыйыз йырау, Шалғииз Теләнсе ул ы,шағир‑импровизатор.Уныңт‑да докумен­таль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Ҡайһы бер башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдарының (М.Х.Иҙелбаев, Х.Суюншалиев, К. Мәмбәтов һ.б.) фекеренсә, Ш.й. 1465 й. Яйыҡ й. һул ярында тыуған. Хәрби походтарҙа ҡатнашып, Ҡырымда, Төньяҡ Кав­казда, Дон й. үҙәндәрендә була. Яҡынса 1560 й. вафат була. Мансур улы урҙаһы хакимы Тимер бейҙең яҡын кешеләренең береһе була. Ғ.Б.Хөсәйенов Ш.й. нуғайҙар м‑н бергә Көньяҡ Урал һәм Урал алды терр‑яларын ташлап киткән баш­ҡорттар араһында булған, тип иҫәпләй. Тыуған ерҙәрен ҡалдырып киткән саҡта йырау “Иҙел ҡайҙа, ил шунда” ҡобайырын ижад итә. Ш.й. яҡынса 600 юллыҡ шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Тематик яҡтан йырау шиғриәтен бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин: 1) Тимер бейгә ике мөрәжәғәт, уларҙа автор хакимға донъяуи кәңәштәр бирә, ш. уҡ алыҫ илдәргә йөрөүҙән баш тартырға өндәй; был мөрәжәғәттәрҙә бей образы ике яҡлы итеп күрһәтелә: бер яҡтан ул аҡыллы кәңәштәргә мохтаж үҙ һүҙле тиҫкәре кеше, икенсе яҡтан, йүнле хужа, урҙа халҡының өмөтө; 2) яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, донъяның фанилығы, кеше яҙмыштары т‑дағы фәлс. м‑н һуғарылған дала лирикаһы; 3) “Ир Шобан” шиғри хикәйәте, эпик сюжет фонында ике батырҙың — бер береһенә ҡаршы һуғышҡан халыҡтарҙың етәкселәренең диалогы бирелгән. Ш.й. ҡайһы бер әҫәрҙәре “Император Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге яҙмалары”нда (“Записки Оренбургского отдела Импе­раторского Русского географического общества”) нәшер ителә (1875). 1976 й. БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ар а. йырауҙың ғәрәп графикаһында яҙылған шиғырҙар дәфтәре табыла; Ә.И.Харисов 1970 й. Х.О.Күсәбаеванан Ш.й. импровизацияларына оҡшаш “Ялп‑йолп иткән яңғыҙ ябалаҡ” ҡобайырын яҙып ала; ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. Ш.й. ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай халыҡтарының уртаҡ ҡаҙанышы һанала.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 2 томда. 1‑се т. XIII—XVIII быуаттар. Өфө, 1999; Хусаинов Г.Б. Башкирская литература XI—XVIII вв. Уфа, 1996.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019