Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЛҠАН, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 402

ШАЛҠАН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Миәҙек а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 828; 1939 — 791; 1959 — 768; 1989 — 513; 2002 — 560; 2010 — 576 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 130 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 82 йортта — 552 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019