Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛМӨХӘМӘТОВ Ринад Салауат улы

Просмотров: 662

ЮЛМӨХӘМӘТОВ Ринад Салауат улы (17.1.1957, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Түб. Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны Үрге Этҡол а.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1987), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982 й. алып Математика ин‑тында эшләй: 1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988—94 йй. дир. урынбаҫары, 2009 й. — баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1982 й. алып БДУ‑ла: 1994—2009 йй. программалау һәм иҡт. информатика каф. мөдире, 1999— 2000 йй. Интернет үҙәге директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре плюрисубгармоник һәм бөтөн ­функциялар теорияһына, аналитик функцияларҙы экспоненталарҙан торған агрегаттар м‑н аппроксимациялауға, бер төрлө төрөлөү­ тигеҙләмәләренә һ.б. арналған. Ю. тарафынан бөтөн функцияларҙы эквивалент үҫештең ике функция ҡабатландығына тарҡатыу, субгармоник функцияларҙы аналитик функциялар модуле логарифмы ярҙамында иң яҡшы асимптотик яҡынлаштырыу ысулы уйлап табыла. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Аппроксимация субгармонических функций //Analysis Mathematica. 1985. Т.11. №3; Решение проблемы Л.Эйренпрайса о факторизации //Доклады Академии наук. 1998. Т.360. №1.

Ә.М.Ғайсин

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019