Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛТЫЕВА Нинель Дауыт ҡыҙы

Просмотров: 839

ЮЛТЫЕВА Нинель Дауыт ҡыҙы (3.2.1926, Өфө — 23.11.2014, Ҡазан), балет артисы, педагог, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1957), БР‑ҙың (1995) һәм ТР‑ҙың (1996) халыҡ артисы. Проф. (1985). Д.Юлтыйҙың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы М.Ф.Романова), Ленинград консерваторияһын (1972; педагогы Ф.В.Лопухов) тамамлаған. 1941 й. алып БДОБТ солисы, 1946—66 йй. Татар опера һәм балет театрының солисы, 1969— 73 йй. баш балетм., 1972 й. башлап Н.К.Крупская ис. Ленинград мәҙәниәт ин‑тының Ҡазан филиалында хореография каф. мөдире. 1974—77 йй. Ҡаһирә балет труппаһының художество етәксеһе һәм баш балетм., 1981—83 йй. Каракаста Т.Кареньо ис. театрҙың балет труппаһы педагог‑балетм., 1988—89 йй. Ҡаһирә юғары балет ин‑тының художество етәксеһе. 1998 й. алып Ҡазан хореография уч‑щеһының художество етәксеһе. Акад. мәктәп балеринаһы; башҡарыу сәнғәтенә күтәренке рухлылыҡ, юғары техника хас булған. Уның бейеүҙәре эске драматизм, юғары һикерештәр, һомғоллоҡ м‑н айырылып торған. БДОБТ‑лағы төп партиялары: Зәйтүнгөл (“Сың­рау­ торна”), Мария (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Сванильда (“Коп­пелия”) һ.б. Татар опера һәм балет театрында “Баҡсаһарай фонтаны” (Асафьев), “Баядерка” (Л.Ф.Минкус), “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”) һәм “Йоҡоға талған һылыу” (Спящая красавица”; икеһе лә — П.И. Чайковский), “Шәһрезада” (“Шехеразада”; Н.А.Римский‑Корсаков), “Шопениана” балеттарын, А.С. Ключа­рёв, С.З.Сәйҙәшев, З.В.Хәбибуллин, Р.М.Яхин һ.б. музыкаһына концерт номерҙарын ҡуйған. Уҡыусылары араһында Р.Н.Хәйруллин, Хулио Бокка бар. Ҡазанда Халыҡ‑ара хореография мәктәптәре фестивален ойоштороусы (2001).

Х е ҙ м.: Адажио моей памяти. Казань, 2006.

Н.А.Жиленко

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019