Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАЛЯПИН Фёдор Иванович

Просмотров: 904

ШАЛЯПИН Фёдор Иванович (1.2. 1873, Ҡазан — 12.4.1938, Париж, 1984 й. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратына күсереп ерләнгән), йырсы (юғары бас). Респ. халыҡ артисы (1918). 1890—91 йй. С.Я.Семёнов‑Самарскийҙың опера труппаһы со­ставында Өфөлә гастролдәрҙә булған. 1890 й. 18 дек. Дворяндар йыйылышы бинаһы залында Стольник (“Галька”, С.Монюш­ко) партияһы м‑н тәү башлап сығыш яһаған. Беренсе тапҡыр Феррандо (“Трубадур”, Дж.Верди), Билдәһеҙ кеше (“Аскольд ҡәбере” — “Аскольдова могила”, А.Н.Верстовский) партияларын башҡарған, драма актёры сифатында Держиморда (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь) ролен уйнаған. Театр миҙгеле тамамланғандан һуң Өфө губ. земство башҡарма­һында күсереп яҙыусы булып хеҙмәт иткән; Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте спектаклдәрендә, Өфө балалар приюттары файҙаһына ойошторолған хәйриә спектаклендә ҡатнашҡан, Илья сиркәүе хорында йырлаған; пианист В.Д.Паршинанан тәүге проф. музыка дәрестәре алған. Өфө осоро Ш. тарафынан “Минең тормошомдан сәхифәләр” (“Стра­ницы из моей жизни”; 1917) автобиографик повесында тасуирланған, йырсының артист эшмәкәрлегенә һәм бөтә донъяла танылыуына башланғыс һалған.

Опера һәм балет театрында 1991 й. алып “Өфөлә Шаляпин кисәләре” опера сәнғәте фестивале үткәрелә. 1992 й. башлап БР‑ҙа Төбәк‑ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе эшләй. 2000 й. “Дебют” Ф.И.Шаляпин ис. Асыҡ ҡала йәш вокалистар конкурсы ойошторола. Өфөлә Сәнғәт институты (концерт залына Ш. исеме бирелгән) бинаһында йырсыға мемориаль таҡтаташ, ӨДСИ эргәһендә һәйкәл (скульпторы Р.А.Хәсәнов, архитекторы К.А.Донгузов) ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Маска и душа. М., 1990.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019