Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАМБЫ, балыҡ

Просмотров: 475

ШАМБЫ (Lota lota), тәрәс һымаҡтар отрядының тәрәстәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Евразияның, Төньяҡ Американың сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Башҡортостанда Ш. оҙонлоғо 60 см, ауырлығы 1,6 кг етә. Кәүҙәһе бәләкәй, оҙонса, алғы яҡта йомро, арт яҡта ян‑яғы ныҡ ҡыҫылған. Арҡаһы һарғылт йәшел, ҡайһы берҙә көрән төҫтә, ҡара таптар бар, ҡорһағы һарғылт йәки һоро. Тәңкәһе бик ваҡ. Башы яҫы, ауыҙы киң, ваҡ осло шырт рәүешле тештәре була. Эйәгендә 1 мыйыҡ бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө түңәрәк, арҡа йөҙгөстәре 2, ҡорһаҡ йөҙгөстәре күкрәк йөҙгөстәренән алда урынлашҡан. Енси яҡтан 3— 4 йылда өлгөрә. Дек.—март айҙарында боҙ аҫтында ыуылдырығын өлөшләп сәсә; үрсемлелеге — 3—5 млн тиклем бер аҙ йәбешкәк ыуылдырыҡ бөртөгө. Балыҡтар һәм һыу төбө умыртҡаһыҙҙары м‑н туҡлана. Йәй көнө ныҡ эҫелә ҡатып ҡала. Ҡиммәтле кәсеп балығы.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019