Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАМРАТ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 420

ШАМРАТ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 120 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 317; 1939 — 441; 1959 — 486; 1989 — 319; 2002 — 285; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 40 йортта 240 кеше йәшәгән. Игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019