ЮЛЫШЕВ Ирек Ғәле улы
ЮЛЫШЕВ Ирек Ғәле улы [28.4.1934, Свердловск өлк. Барҙы р‑ны Танып а. (Пермь крайы)], агроном. А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Фалёнки селекция ст. (Киров өлк.) агроном‑орлоҡсолоҡ белгесе: 1960 й. алып дир., 1962 й. — дир. урынбаҫары. 1962 й. окт. башлап Вятка а.х. акад. (Киров ҡ.): 1964 й. алып лаб. мөдире, 1966—76 йй. һәм 1990 й. башлап уҡытыусы, 1993—2008 йй. агрохимия һәм тупраҡ ғилеме каф. мөдире; 1968—72 йй. Халыҡ‑ара политехник ин‑тта (Мали Респ.). 1976—90 йй. Н.В.Рудницкий ис. Төньяҡ‑Көнсығыш а.х. ҒТИ‑нда (Киров): дир. урынбаҫары, 1984 й. алып “Луч” ҒПБ‑ның фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1987 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге игенселектә серетмә, биоген элементтар, ауырметалдар, зарарлы элементтар трансформацияһын, миграцияһын һәм балансын тикшереүгә, тупраҡтағы төп туйындырыу элементтарын сығарыу нормативтарын, ҡулланыу коэф. уйлап табыуға бәйле. Ю. тарафынан әсе тупраҡҡа химик мелиорация кәрәклеген прогнозлау ысулы эшләнә, фосфорлы ашламаларҙың һөҙөмтәлелеге генетик тупраҡ профиле горизонттарының үҙенсәлектәренә бәйләнгәнлеге фәнни яҡтан иҫбат ителә. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Система применения удобрений в севооборотах. Киров, 1999; Почвенно‑агрохимические основы адаптивно‑ландшафтной организации систем земледелия ВКЗП. М., 2005.
Тәрж.А.Н.Күсеев