Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАМУҠОВ Ғабдулла Рухулла улы

Просмотров: 497

ШАМУҠОВ Ғабдулла (Абдулла) Рухулла улы (11.12.1909, Сембер губ. Әсән а. — 22.12.1981, Ҡазан), актёр. СССР‑ҙың (1980), РСФСР‑ҙың (1957), ТАССР‑ҙың (1950) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Башҡорт сәнғәт техникумын (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы), Ҡазан пед. ин‑тын (1952) тамамлаған. 1930 й. башлап БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1933 й. алып Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыта. 1946 й. башлап Ғ.Камал ис. Татар театры (Ҡазан) актёры, бер үк ваҡытта 1952 й. тиклем һәм 1962—69 йй. Ҡазан театр уч‑щеһында уҡыта.

Киң ижади диапазонлы, сағыу темпераментлы, сәхнә техникаһына эйә булған актёр. Нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡорт драма театры сәхнәһендә башҡарған ролдәре: Шәғәли (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Ленин (“Мылтыҡлы кеше”, Н.Ф.Погодин), Диуана (“Борис Годунов”, А.С.Пушкин); Ғ.Камал ис. Татар театрындағы ролдәре: Труффальдино (“Ике байҙың хеҙмәтсеһе” — “Слуга двух господ”, К.Гольдони), Оргон (“Тартюф”, Мольер), Муса (“Американ”), Мәрүән (“Ир‑егеттәр”; икеһе лә — К.Ғ.Тинчурин) һ.б. Комик образдарына күңел көрлөгө, ихласлыҡ, буффонада хас: Хлестаков (“Тикшереүсе”), Подколесин (“Өйләнеү”; икеһе лә — Н.В.Гоголь), Шымсы (“Башмағым”). Ш. иң әһәмиәтле эштәренең береһе булған Ғ.Туҡайҙың трагик образы (“Туҡай”, Ә.Фәйзи) тәрән тәьҫирлелек м‑н айырылып тора. Эстрадала, радиола М.Ю.Лермонтов, Пушкин, М.Йәлил, Һ.Таҡташ, Ғ.Туҡай һ.б. әҫәрҙәре б‑са әҙәби программалар м‑н сығыш яһаған. У.Шекспирҙың “Отелло”, “Ромео менән Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), Пушкиндың “Борис Годунов”, М.Горькийҙың “Тормош төпкөлөндә” (“На дне”), Л.М.Леоновтың “Ябы­рылыу” (“Нашествие”) һ.б. пьесаларын башҡорт һәм татар телдәренә тәржемә иткән; Ғ.Туҡайҙың “Шүрәле”, “Һыу инәһе” әҫәрҙәрен сәхнәләштергән. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә Пушкиндың “Шах Султан” (үҙ тәржемәһенән сәхнәләштергән әҫәр, 1943), “Серле таяҡ” (1944); Ғ.Камал ис. Татар театрында А.Кариҙың “Ҡурҡҡанға ҡуш күренә” (“У страха глаза велики”; 1955) спектаклдәрен ҡуйған. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Ҡазанда Ш. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Нәкый Исәнбәт. Казан, 1959; Мәсәлләр. Казан, 1969.

Әҙәб.: Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Гимранова Д.А. Габдулла Шамуков. Казан, 1985.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019