Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАМУН Фидаи

Просмотров: 423

ШАМУН Фидаи (ысын исеме Шакирйәнов Ҡасим Хәсән улы, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәмәтйән улы; 15.6.1902, Ырымбур ҡ. — 1920 й. июне, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡамышлы а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Ҡамышлы а., эргәһендә ерләнгән), шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1919 й. “Кызыл яу” (“Ҡыҙыл яу”) фронт гәз. хеҙм‑ре, 1920 й. Рәсәй коммунистик йәштәр союзының Өфө губ. ком‑тында бүлек мөдире, бер үк ваҡытта “Йәш көс” гәз. (Өфө) мөхәррире. Тәүге шиғырҙары 1917—18 йй. “Алға” гәз. баҫыла. Әҫәрҙәренең төп темаһы — иҙеү һәм золомдан азат тормош өсөн көрәш. Шулай уҡ мәҡәлә, нәҫер, очерктар ижад иткән. Шағирҙың ҡәберенә обелиск ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Пламя сердца: стихи. Уфа, 1971; Октябрь җиле: шигырьләр, мәкаләләр, истәлекләр. Казан, 1960.

Әҙәб.: Паль Р. Иду до конца: док. повесть. Уфа, 1973.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019