Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 397

ШАНСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Шанский й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 408; 1989 — 277; 2002 — 272; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер­акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Шанский ағас‑таҡта әҙерләү пунктын (ҡара: Сибай урман сәнәғәте хужалығы) ойоштороуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. Үрге һәм Түб. Шанский ҡасабалары булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019