Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ

Просмотров: 390

ШАНХАЙ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ОЙОШМАҺЫ, даими эшләгән хөкүмәт‑ара халыҡ‑ара ойошма. 2001 й. 15 июнендә Шанхай ҡ. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Үзбәкстан (ағза илдәр) дәүләттәренең башлыҡтары тарафынан ойошторола. Ш.х.о. төп маҡсаттары һәм бурыстары: ағза илдәр араһында үҙ‑ара ышанысты, дуҫлыҡты һәм күршеләрсә яҡшы мөнәсәбәтте нығытыу, төбәктә тыныслыҡты, хәүефһеҙлекте һәм тотороҡлолоҡто һаҡлау һәм нығытыу, яңы демократик, ғәҙел һәм рациональ сәйәси һәм иҡт. халыҡ‑ара тәртипте булдырыу маҡсатында күп яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, террорсылыҡ, сепаратизм һәм экстремизмдың бөтә төрҙәренә бергәләп ҡаршы тороу, наркотиктар һәм ҡоралдың законһыҙ рәүештә таралыуына, милләт‑ара енәйәтсел эшмәкәрлектең башҡа төрҙәренә, ш. уҡ законһыҙ миграцияға ҡаршы көрәшеү, сәйәсәт, сауҙа‑иҡт., оборона, хоҡуҡ һаҡлау, тәбиғәтте һаҡлау, мәҙәниәт, фән‑техника, мәғариф, энергетика, транс­порт, кредит‑финанс өлкәһендә һәм дөйөм мәнфәғәттәге башҡа өлкәләрҙә һөҙөмтәле төбәк хеҙмәттәшлегенә ярҙам итеү, ағза илдәр халыҡтарының йәшәү кимәлен һәм шарттарын тиң хоҡуҡлы партнёрлыҡ нигеҙендә өҙлөкһөҙ рәүештә күтәреү һәм яҡшыртыу маҡсатында төбәктә бөтә яҡлы һәм тигеҙ иҡт., соц. һәм мәҙәни үҫешкә булышлыҡ итеү, донъя иҡтисадына интеграцияланыуға ҡарата ҡараштарҙы үҙ‑ара яраштырыу, кеше хоҡуҡтарын һәм төп иректәрҙе ағза илдәрҙең халыҡ‑ара йөкләмәләренә һәм милли закон ҡануниәтенә ярашлы рәүештә тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, башҡа илдәр һәм халыҡ‑ара ойошмалар м‑н мөнәсәбәттәрҙе яҡлау һәм үҫтереү, халыҡ‑ара конфликттарға юл ҡуймау һәм уларҙы яйға һалыу һ.б. Ойошма сиктәрендә Ил башлыҡтары, Хөкүмәт башлыҡтары (премьер‑министрҙар), сит ил эштәре министрҙары, Милли координатор­ҙар советтары; министрлыҡтар йәки ведомстволар етәкселәренең кәңәшмәләре, террорға ҡаршы төбәк структураһы, секретари­ат эшләй. Ш.х.о. “күҙәтсе илдәре” — Афғанстан, Иран, Монголия, Пакистан, Һиндостан; “диалог буйынса партнёрҙары” — Шри‑Ланка Демократик Социалистик Республикаһы, Беларусь Республикаһы (ҡара: Белоруссия), Төрөк Республикаһы (ҡара: Төркиә).

2015 й. 9—10 июлендә Өфөлә Ш.х.о. саммиты була, уның һөҙөмтәһендә ойошманың артабанғы үҫешенә, иң мөһим халыҡ‑ара һәм төбәк проблемаларына консолидацияланған ҡараштар теркәлгән Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыла. “Шан­хай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2025 йылға тиклем үҫеш стратегияһы” ҡабул ителә, унда сәйәсәт, хәүефһеҙлек, иҡтисад һәм гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә үҙ‑ара бәйләнеште тәрәнәйтеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә; Һиндостанды һәм Пакистан Ислам Респ. Ш.х.о. ҡабул итеү процедураһын башлау т‑да ҡарарҙар, ш. уҡ Беларусь Респ. Ш.х.о. ҡарамағындағы “күҙәтсе ил” статусын биреү, Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Камбоджа короллегенә һәм Непал Демократик Респ. Ш.х.о. “диалог буйынса партнёры” статусын биреү т‑да ҡарар ҡабул ителә. Ген. секретары — Д.Ф.Мезенцев (2013 й. алып).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019